Пост канала
- фото
...Ваҡыт үтә генә. Ана бит көн кискә лә ауҙы. Йәмил үҙ йорттарына ҡарай атланы. Ҡапыл һулаҡай яҡ түше аҫтында нимәлер сәнсеп алды. Йөрәкһеп, һағынып ҡайтып килгәнгә ауыртып алғандыр тип уйланы ир. "Сит ерҙә солтан булғансы, үҙ ереңдә олтан бул" – тип бушҡа әйтмәгәндәрҙер инде боронғолар. Эйе, күп йөрөлдө Йәмилгә лә оҙон аҡса артынан ҡыуалап, ун һигеҙ йыл... Тәүҙә йорт күтәрәм, унан һуң балалар үҫтерәм, уҡытам, ауыл ерендә бесән эшләргә тимер аты ла кәрәк, өр яңы автомобилендә алды. Өй эсе шарттары ҡаланыҡынан берҙә ҡалышмай. Эҫе һыуы ағып тора, ҡапыл ғына йыуынып сығырға ваннаһы ла, барыһы ла инде. Аҡсаһын алып ҡайтып торҙо, юҡ-барға сарыф итмәне. Тәмәкеһен ташланы. Эше лә ауыр ине. Ситтә йөрөһә лә, күңеле менән һәр ваҡыт өйөндә булды. Ҡатыны өйләнешкәс өс йыл ғына күрше ауылда һатыусы булып эшләне лә "Өйҙә балаларҙы ҡарарға кеше юҡ"- тип эшен ташланы. Сайтта: https://ye102.ru/articles/mahsus/2024-05-30/up-yn-hik-y-3791688
Открыть в MAX- Просмотры
- 1 956
- ER
- 1,3%
- Реакции
- 26