Пост канала
✨Мәғрифәтсенең мираҫы бөгөн дә көнүҙәк һәм әһәмиәтле Быйыл күренекле башҡорт мәғрифәтсеһе, шағир, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың тыуыуына 185 йыл тулыуҙы билдәләйбеҙ. Ошо айҡанлы Башҡортостан Республикаһының Милли әҙәбиәт музейы «Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев: хәҙерге фән һәм мәҙәниәт контексында мәғрифәтсе мираҫы» тип аталған Бөтә Рәсәй ғилми‑ғәмәли конференцияһын үткәрҙе. Сара Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала уҙҙы. Конференция республиканың фәнни һәм ижади интеллигенцияһын берләштерҙе һәм етди профессиональ диалог өсөн майҙансыҡҡа әйләнде. Унда М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Өфө фән һәм технологиялар университеты, Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, Башҡортостан Республикаһының Милли архивы һәм башҡа ойошмаларҙан вәкилдәр ҡатнашты. ✨Тулыһынса: https://bashgazet.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/2026-09-22/m-rif-tsene-mira-y-b-g-n-d-k-n-k-m-mi-tle-4823464
Открыть в MAX- Просмотры
- 2 128
- ER
- 0,5%
- Реакции
- 10