Пост канала
- фото
🇷🇺Иглиндә йәштәр әүҙем “Һайлау-2026” йәмәғәт матбуғат үҙәгендә даими рәүештә күҙәтеүселәр видео аша тура бәйләнешкә сығып, урындағы хәлдәрҙе һөйләп тора. Был юлы Иглиндән күҙәтеүссе Жаргалма Карамова бәйләнешкә инде. Ул Иглин районында һайлауҙар юғары әүҙемлек менән үтә тине. ⚡️Күҙәтеүсе әйтеүенсә, тауыш биреүҙең өсөнсө көнө лә әүҙем үтә. Кешеләр көн дауамында тигеҙ килеп тауыш бирә, әммә ғәҙәттәгесә киске сәғәттәрҙә әүҙемлек ҙурыраҡ. "Беҙҙә байрамса мөхит булдырылған. Кешеләр "Рәхмәт" республика акцияһын яратып ҡабул итә, һәр һайлаусы купон ала. Үҙем дә тәүге көндә үк тауыш биреп, акцияла ҡатнаштым һәм ташлама менән файҙаланып өлгөрҙөм дә, – тине Жаргалма Карамова. Күҙәтеүсе йәштәрҙең, айырыуса йәш ғаиләләрҙең күп булыуын билдәләне. 💥– 18, 20 һәм 30 йәшлектәр күп. Эйе, йәш халыҡтың әүҙемлеге бер һүҙһеҙ. Мин аныҡ ҡына һандарҙы әйтә алмайым, әммә күпләп килеүҙәре былай ҙа күренә, — тине ул. #ВыбираемВместе #ЕДГ2026 #АлгаВсейСемьей2026 #БашкортостанВыбирай2026 #ГолосМедиаСообществ2026
Открыть в MAX- Просмотры
- 1 216
- ER
- 0,2%
- Реакции
- 2