Пост канала
- фото
🌺🌺🌺Бүздәк районы халҡы һайлауға байрамға килгәндәй сәскә гөлләмәләре менән килә. Көнсығыш ауылындағы 1529-сы һайлау участкаһына элек социаль хеҙмәткәр булып эшләгән Флүрә Таһирова ла килде. Ул гражданлыҡ бурысын үтәү менән бергә матур, йылы мөнәсәбәте менән яҡташтарын һоҡландырҙы. Флүрә Таһирова сәскә гөлләмәләре менән килеп, һайлау участкаһы комиссия ағзаларын һөйөндөрҙө😊 “Мин тыныслыҡ өсөн тауыш бирәм! Тыуған еребеҙ ошо сәскәләр кеүек гөрләп сәскә атһын!”– тине Флүрә Рәшит ҡыҙы. 🙏🙏🙏Был һүҙҙәрҙә – ихласлыҡ та, өмөт тә, ысын илһөйәрлек тә. 📍Фото: ”Буздякские новости” гәзите сайтынан. #ВыбираемВместе #ЕДГ2026 #АлгаВсейСемьей2026 #БашкортостанВыбирай2026 #ГолосМедиаСообществ2026
Открыть в MAX- Просмотры
- 1 361
- ER
- 0,4%
- Реакции
- 5