Перейти к содержимому

Пост канала

«Башҡортостан» гәзите / Газета «Башкортостан»
  1. фото

    🌿 Сирень сәскә атты 🔷 Сентябрҙә сирень сәскә атыуын күргән ҡайһы бер кешеләр: “Был тигенгә түгел", – тип ҡурҡа. Ысынлап та, халыҡта көҙгө сәскә атыуға һаҡсыл ҡарайҙар, әммә был йәһәттән фәндә логик аңлатмалар бар. Ни өсөн сирень миҙгелдәрҙе “бутай” һәм бының өсөн борсолорға кәрәкме? 🔶 Ботаниктар сентябрҙә сирендең сәскә атыу күренешен икенсел сәскә атыу тип атай. Был мөғжизә лә, һәләкәттең алдан хәбәр итеүсеһе лә түгел, ә үҫемлектең биологик ритмдар боҙолоуға реакцияһы. Сирендең аныҡ программаһы бар: яҙын — сәскә атыу, йәйен — көс туплау, көҙөн — ҡышҡа әҙерлек.  Әммә тышҡы шарттар ҡыуаҡты “алдаһа”, ул яңынан сәскә атырға ваҡыт еткән тип уйлай. 🌏 Быйыл сирендең көҙгө сәскә атыуы ысын мәғәнәһендә киң таралыу алған һәм бер нисә төбәктә күҙәтелгән.  Башҡортостанда — Благовар, Балтас, Салауат, Белорет, Ҡырмыҫҡалы, Мәсетле райондарында. 🔷 Халыҡта иһә көҙгө сәскә атыуҙы йыш ҡына насар билдәләр менән бәйләйҙәр. Әммә фәнни яҡтан был быйылғы һауа торошоноң стандарт булмауының күрһәткесе генә. Ҡала халҡы өсөн был йәшеллектәрҙең торошона, ә баҡсасылар өсөн үҫемлектәрҙе ҡарауға иғтибар итергә сәбәп.

    Открыть в MAX
    Просмотры
    1 797
    ER
    0,5%
    Реакции
    9