Пост канала
- фото
🔥 Бер нисә районда тәбиғәт янғындары ҡотора 🚒 Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, әлеге ваҡытта Әбйәлил, Йылайыр, Ейәнсура райондарында өс янғын сығанағы ауыҙлыҡланған, ә Белорет районында утты һүндереүҙе таулы ерҙәр ҡатмарлаштыра. Ауылдарға хәүеф янамай. Хәл Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы контролендә. ⚡ Мәләүез, Күгәрсен, Хәйбулла, Йылайыр, Әбйәлил, Бүздәк, Ейәнсура һәм Учалы райондарында янғынға ҡаршы махсус режим индерелгән. 📌 9 сентябрҙә 13 муниципаль берәмектә – Әбйәлил, Архангел, Баймаҡ, Бәләбәй, Белорет, Бүздәк, Бөрйән, Йылайыр, Иглин, Күгәрсен, Мәләүез, Учалы, Федоровка райондарында 4-се класлы янғын хәүефе фаразлана, Хәйбулла районында 5-се класлы тип баһалана. ❗Ут менән шаярмағыҙ! Фото: @mchsrb
Открыть в MAX- Просмотры
- 1 999
- ER
- 0,4%
- Реакции
- 7