Пост канала
- фото
💯 Бөрйән районы махсус хәрби операцияла хеҙмәт иткән яҡташтары өсөн сираттағы гуманитар ярҙам оҙатты. Был ылауҙы алып барыуға Өфө ҡалаһынан өҫтәлмә фура ла биргәндәр. – Был юлы егеттәргә өс еңел автомобиль, таҡталар, бензогенератор, бысҡылар, генераторҙар, тәгәрмәстәр, инструменттар, маскировка селтәрҙәре, башҡа кәрәк-яраҡтар оҙатылды. Яугирҙәрҙең тыуған яҡтарға имен-һау тиҙерәк әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйем! Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға, ярҙам йыйыуҙа үҙ өлөшөн индергән ирекмәндәргә, һәр кемгә оло рәхмәт һүҙҙәрен белдерәм, – тине район хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин. Фото: Бөрйән районы хакимиәтенән.
Открыть в MAX- Просмотры
- 2 051
- ER
- 1,2%
- Реакции
- 25