Перейти к содержимому

Пост канала

«Башҡортостан» гәзите / Газета «Башкортостан»
  1. фото

    ❓Хужаһыҙ йорттарҙы ни эшләтәләр?   Башҡортостанда былтырғы декабргә ҡарата 1 478 хужаһыҙ объект булыуы асыҡланған. Был турала Хөкүмәт кәңәшмәһендә Премьер-министр Андрей Назаров белдерҙе. Был объекттарҙың 248-е төбәк милкенә һәм 1 230-ы муниципаль милеккә ҡарай.   ❗"Улар табыш килтермәй, ҡала һәм ауылдарҙың йөҙөн боҙа, енәйәтселек мөхитен киңәйтә, – тине Андрей Назаров. – Шуға күрә бындай мөлкәтте оптималләштереү талап ителә – уларҙы йә хужалыҡ әйләнешенә индерергә, йәки иҫәптән алырға кәрәк".   🏠Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская белдереүенсә, әлеге мәлгә ике төбәк объекты һәм 29 муниипаль мөлкәт объекты хосусилаштырылған, тағы ла 63 муниципаль мөлкәт буйынса эш алып барыла. Барлығы 15 төбәк һәм 13 муниципаль объект утилләштерелгән, йәғни һүтеп алынған. Тағы ла 42 объект буйынса эш бара. Фото: БР Ер һәм мөлкәт министрлығы.   📍"Башҡортостан" гәзитенең рәсми каналына яҙылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan

    Открыть в MAX
    Просмотры
    2 171
    ER
    0,3%
    Реакции
    6