Пост канала
- фото
🏅Белореттан боксер Бекхан Исраилов Рәсәй халыҡтары спартакиадаһында Башҡортостандың тәүге алтын миҙалын яуланы. 🥊Ул 92 килограмдан ашыу ауырлыҡ категорияһында иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтте. 🏸 Тағы бер алтын миҙалды бадминтонсылар Родион Алимов һәм Алина Дәүләтова яуланы. Улар ҡатнаш парҙар араһындағы финалда Мәскәү өлкәһе спортсыларын еңде. 🥉 Бокс буйынса 63,5 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында Иван Тихонов бронза призёры булды. 🤺Ә 10–18 августа Өфөлә Рәсәйҙең иң көслө спортсылары фехтование буйынса миҙалдар өсөн көрәшәсәк. Ярыштар Өфө Фехтование үҙәгендә үтә. Башҡортостан спортсыларына яңы еңеүҙәр теләйбеҙ! 💪🏆 📍"Башҡортостан" гәзитенең МАХ рәсми каналына яҙылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan
Открыть в MAX- Просмотры
- 2 057
- ER
- 1,1%
- Реакции
- 23