Пост канала
- видео
🗺️ "Әй йола" Төнъяҡ ҡотопта! 🎅🏻 Бының турала Ринат Рамаҙанов уртаҡлаша: - Бында беренсе тапҡыр 1977 йылда Советтар Союзы флагы күтәрелә һәм был Яңауыл районы, Сулпан ауылынан, яҡташыбыҙ Фидус Фәйез улы Әсхәҙуллин тарафынан эшләнә. Һәм был Боҙ ватҡыстың исеме әле "Еңеүҙең 50 йыллығы" тип аталһа ла, тәүге исеме "Урал" була. Бына, тимәк, беҙ хәҙер, нисә йылдан һуң, "Урал батыр" эпосы, йәғни Урал батыр нигеҙендәге ижады менән, шулай уҡ башҡорттар бында тәүге тапҡыр ҡурайҙа Урал көйөн, Урал батыр эпосын башҡарырға килдек. Бында төрлө милләт вәкилдәре башҡорт йырҙарына хоровод әйләйәсәк, улар йәмғеһе 23 ил, шул иҫәптән Танзания, ЮАР, Бразилия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан да бар. Улар төрлө илдәрҙең, иң яҡшылары, уҡыу алдынғылары, төрлө ғалимдар, яҙыусылар, йәғни бик ҡыҙыҡлы кешеләр. Һәм бына Төньяҡ полюста, ер күсәре тирәләй шундай хоровод булыр, был беренсе тапҡыр, "Урал батыр" эпосы нигеҙендә "Әй йола" башҡорт төркөмө йырҙары аҫтында. "Башҡортостан" гәзите МАХ-та | ВК-ла! 📹: Ринат Рамаҙанов
Открыть в MAX- Просмотры
- 1 970
- ER
- 1,8%
- Реакции
- 35