Пост канала
Муниципальное автономное учреждение культуры "Кармаскалинская централизованная библиотечная система" муниципального района Кармаскалинский район Республики Башкортостан- фото
(12+) Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән онлайн олимпиада 5-7 октябрҙә Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән онлайн олимпиада үткәрелә. Был проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла. Ойоштороусылары: Автономиялы коммерцияға ҡарамаған Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы һәм «МИРАҪ» йәштәр башланғыстарына ярҙам итеү фонды. Олимпиадала ҡатнашыусылар өсөн өс кимәлдә онлайн-тест һорауҙар әҙерләнгән: Башланғыс кимәл - башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр өсөн; Иркен аралашыусылар кимәле – башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн; Башҡорт теленең диалекттары - башҡорт теленең диалекттары менән ҡыҙыҡһынған ҡатнашыусылар өсөн. Олимпиадала ҡатнашыу өсөн https://basholimpiada.ru/ сайтында теркәлергә кәрәк. Тест үтеү ваҡыты 45 минут, максималь 100 балл йыйырға мөмкин. Олимпиаданан һуң йыйылған балдар менән олимпиаданы үтеү тураһында сертификат алаһығыҙ.
Открыть в MAX- Просмотры
- 50
- ER
- —
- Реакции
- —