Перейти к содержимому

Пост канала

«ЙӘШЛЕК» гәзите - газета «ЙЭШЛЕК»
  1. ... Шул мәлдә алғы рәттә ултырған бухгалтер Вәлимә эргәһенән үтеүсе иргә ишеттерерлек итеп кенә шыбырҙаны: «Мансурчик, ҡулсырчик, бөгөн кил, көтәм…» Яратмай Мәликә шул ширҡаңдаҡ бисәне, күрҙе иһә, талағы таша башлай. Колхоз контораһында баш бухгалтер Яңыбай ағайҙың ярҙамсыһы булып ултырған ҡатынға, йомош табып, йыш һуғыла атаһы. Эйәреп барһа, атаһының кәнсә күтәрмәһен дә күренеүен көтөп ала алмай хәле бөтә. Ә тегеһе сығырға ашыҡмай, ваҡыт-ваҡыт тәҙрә аша тыш яҡҡа, ҡаршы яҡ урам ултырғысында суҡайған ҡыҙына күҙ атып ала ла кире юғала. Сайтта: https://ye102.ru/articles/mahsus/2024-08-30/ulasa-hik-y-h-y-r-tapa-ov-3898732

    Открыть в MAX
    Просмотры
    2 026
    ER
    0,8%
    Реакции
    17