Перейти к содержимому

Пост канала

«ЙӘШЛЕК» гәзите - газета «ЙЭШЛЕК»
  1. – Кәнтәй! — тип аҡырып битенә тибеп ебәргәс кенә Таһир аңына килеп, атаһына ташланды: – Атай, нимә эшләйең? Атаһы уны этеп ебәрҙе. Таһир тағы ташланды. Был юлы нығыраҡ эткәс, Таһир ергә барып ауҙы. Ә атаһы әсәһен ергә һалып типкеләй башланы. Таһир кешеләргә ҡараны. Улар бер нимә эшләмәй ҡарап тороуҙарын белде. Кемдер хатта ауыҙын, күҙен ҡаплағандай булды, ләкин айырырға йә китергә ашыҡманы. Был эскеселәрҙең һуғышмаған көнө бармы. – Һин миңә нисек йәшәргә өйрәтәңме? Урыныңды бел, кәнтәй! — тип хәҙер инде өҫтөнә менеп ултырып йоҙроҡлап һуға башланы. Ә әсәһенән өн дә сыҡмай. Таһир тороп илай башланы, кире атаһына барып ҡулын тотоп маташты: – Айырығыҙ, үлтерә бит әсәйҙе, айырығыҙ! — тип уратып алғандарға әйтеп ҡараны. сайтта: https://ye102.ru/articles/mahsus/2022-03-30/t-pk-l-auyl-2749201

    Открыть в MAX
    Просмотры
    1 470
    ER
    0,5%
    Реакции
    8